Быныһын, гәзитсә әйтһәк, йылҡы малының минералдарға булған ихтыяжы ҡәнәғәтләндерелмәй, тип әйтергә генә ҡала. Хәҙер ябайлаштырып аңлатам. Юлдарҙы хеҙмәтләндереүселәр боҙлауыҡлы үрҙәргә һәм боролоштарға, боҙ иреһен өсөн, тоҙ һибәләр икән. Ә йылҡы өсөн тоҙ бик кәрәк. Һәм улар бәлә килерен уйлап тормай тоҙ һибелгән боролоштарға яланырға йыйыла. Һөҙөмтәһен үҙегеҙ беләһегеҙ, аттар ҡорбан була, машиналар һәләкәткә осрай.