Бер нисә йыл элек Өфөлә яңы урамдарҙың береһенә бөйөк башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың исеме ҡушылғайны. Шағирҙың тыуыуына 125 йыл тулыу айҡанлы тантаналар хаҡында Республика Башлығының Указы ла бар. Ә бына урамдың ҡайҙа икәнлеген күрһәтеүсе кеше юҡ. Ә беҙ уның Рәсәй урамынан Кольскиға тиклем ҡырын ерҙә ятҡанын беләбеҙ. Бында иң күренекле обьект – “Башнефть” заправкаһы һәм шәхси йорттар.
Заманында Өфө мәктәптәренең береһенә Рәсәй Фәндәр академияһының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың исеме бирелгәйне. Хәҙер был исем хаҡында иҫкә алыусы ла юҡ. БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы ла күренекле башҡорт әҙибәһе, халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева исемен бер нисә йыл ғына йөрөтөп ҡалды. Хәҙер был хаҡта юғары уҡыу йортоноң алтаҡталары ла һөйләмәй. Ә эстә әҙибәгә арналған бик матур музей бар.