“Ағиҙел” журналын яңы төйәге менән ҡотларға килеүселәр өҙөлмәй. Редакцияға халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы Рәшит ағай Шәкүр йылмайып килеп инде. Сәләм ҡушҡас, ағай тирә-яҡҡа ҡаранып: “Бында тарыраҡ икән”, – тип ҡуйҙы. Беҙ иһә: “Ағай, “Ағиҙел”дең күңеле киң!” – тип, түрҙән урын күрһәттек. Рәшит Шәкүр: “Шула-а-ай, – тип һуҙҙы. – Урын алмаштырыуҙан сумма үҙгәрмәй...”