Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
10 Февраль 2020, 21:48

Уңайһыҙланыу... Булған хәл.

Бер яҫылыҡта киҫешкән, ҡатнашыусылары хәрәкәте светофорҙар ярҙамында тәртипкә килтерелгән юлдар сатына йәйәүләп етеп киләм. Йәшел таблола емелдәшкән һандарҙың әле ваҡыт барлығын күрһәтеүенә һәм һул яҡтан бер автомобилдең үтә шәп хәрәкәт итеүенә иғтибар иткәндәй булдым. “Ҡабаланғас, әйҙә, өлгөрһөн. Светофор яңынан йәшел утын ҡабыҙыр әле” – тигән уй үтте минең баштан. Ҡапыл арғы яҡта бер ҡара шәүләне төҫмөрләнем. Ҡарашымды уға күсерҙем. Ай, әттәгенәһе! Әбей! Ҡаршы яҡтан минең яҡҡа сығыу өсөн юл уртаһына уҡ етеп килә” – уйҙар йәшен тиҙлегендә зиһенде ялманы...

Водитель, ҡағиҙә буйынса, боролошта йәйәүлене үткәрергә бурыслы. Йәйәүле лә, әгәр үҙенә юл бирмәһәләр, юлды сығыуҙан тыйылырға тейеш.
Былар эште ҡыла бит хәҙер!
Үҙенә етеп килгән машинаны һуң ғына күрҙе ҡатын, артҡа ла, алға ла ҡасмай, бер урында тапанды. Машина, сабып килеп, шып туҡтаған үгеҙ һымаҡ, сыйылдап, шыйылдап, тынысһыҙ, ауыр тын алып, хәрәкәтһеҙ ҡалды...


Хәтәр хәлдән имен ҡотолған ҡатындың күҙҙәре... Ул күҙҙәрҙә ҡыуаныс менән бергә, кемдәндер уңайһыҙланыу тойғоһо ла сағыла. Ипләп кенә баҫып, ҡатын минең эргәнән дә үтеп китте.
Ә автоһәүәҫкәр егет... Нимәлер ҡысҡырынып, шыма асфальтты тағы ла йыша биреп, ары елдерҙе.
Был яҙмамда бер кемде лә ғәйепләргә йыйынмайым. Бер генә һорауым бар: яңы ғына үлем ҡурҡынысы алдында торған кеше ни өсөн кемдәндер уңайһыҙлана икән? Бөтмәҫ уңайһыҙланыу тойғоһо ҡайҙан килә?
Был тиклем дә ғәҙәти хәлде яҙыуы ла уңайһыҙ... Шулай ҙа, яҙҙым.
Читайте нас: