Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса ауылы китапханаһында яҙыусы, журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Рәлис Ураҙғоловҡа 55 йәш тулыу айҡанлы матур кисә үтте.
Башҡорт әҙәбиәтендә роман-повестары, хикәйәләре менән танылыу, уҡыусыларҙың һөйөүен яулаған әҙипте ҡотларға Өфөнән шағир Салауат Әбүзәр, “Йәшлек” гәзитенең журналисы Нур Ҡәҙербаев, яҡташтары – журналистика ветераны, Ҡырмыҫҡалы район гәзитенең элекке баш мөхәррире Миҙхәт Рәжәпов, Иҫке Муса ауыл хакимиәте башлығы Ильмира Ғәлиәхмәтова, “Даирә”, “Үҙән” район гәзите хеҙмәткәрҙәре һәм ошо сараны матур итеп ойошторған китапхана мөдире Миләүшә Мөхәмәтйәрова. яҡташтары, туғандары, әҙәбиәт һөйөүселәр йыйылды.
Сарала Рәлистең киң танылыу тапҡан “Аслыҡ” романы тураһында һүҙ барҙы. Яҙыусы романдың нисек тыуыуы, ҡайҙан мәғлүмәттәр тупланыуы хаҡында мауыҡтырғыс итеп һөйләне, әле яңы роман өҫтөндә эшләүен әйтте.
Яҡташтары Рәлис Ураҙғоловты йыр-моң менән тәбрикләне.