Юбилей үткәреүҙең дә күңелле яҡтары бар икән дә. 6 февралдә тыуған яғыма, Баймаҡ үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре саҡырыуы буйынса ҡайтҡайным. Нисек кенә юбилей булмаһын тип тырышһам да, килеп сыҡманы. Яҡташтарым, туғандарым һәм дуҫтарым, ергә төшөрмәйсә, маҡтанылар. Үҙемде уңайһыҙ тойһам да, аҙаҡтан кемдәргәлер кәрәк икәнлегеңде тойоуҙан рәхәтлек тә килде күңелгә.
Рәхмәт һүҙҙәремде иң беренсе нәүбәттә Баймаҡ районы хакимиәте исеменән ҡотлаусы хакимиәт башлығы урынбаҫары Гөлшат Сирғәлинаға, район мәғариф бүлеге начальнигы Илдус Зәйнуллинға, мәғариф бүлеге хеҙмәткәре Нәфисә Мәмбәтоваға, Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры Зилә Мортазинаға һәм китапхана хеҙмәткәрҙәренә, Таулыҡай ауыл биләмәһе башлығы Фуат Сәйетовҡа, класташтарым Хәбир Раевҡа, Әлфиә Юлдашбаваға, дуҫтарым һәм ҡәләмдәштәрем Әкрәм Ҡәйепҡоловҡа, Таңһылыу Вәлиеваға, Әминә Яхинаға, Насип Һаҡмаровҡа, Фәнис Сирбаевҡа, Флюр Ғәзинға, Айбулат Ғүмәровҡа, Айгөл Иҙелбаева етәкселегендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзаларына һәм кисәгә килгән "Һаҡмар" ("Октябрь байрағы") гәзите ветерандары Ғәлимйән Ситдыҡовҡа, Рәшит Үтәевҡа, Мөнир Маннаповҡа, Мәҙинә, Гөлнур апайҙарыма, Сәлимә һеңлемә, Әкрәм еҙнәйемә, Сәлимгәрәй кейәүемә һәм кисәгә килгән барлыҡ дуҫтарыма оло рәхмәтемде еткерәм. Форсаттан файҙаланып, тыуған көнөм айҡанлы "Бәйләнештә" селтәре, ватсап, телефон, телеграмма аша ҡотлауҙарын еткергән күп һанлы дуҫтарыма, уҡыусыларыма, таныштарыма оло рәхмәтемде еткерәм.