Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
10 Февраль 2020, 17:05

Әбүзәрҙән шиғри күстәнәс

...Мәмерйәлә ултырғанда бер ҡартУйлағандыр, бәлки, иҫе китеп:

Салауат ӘБҮЗӘР
УЙЫН
...Мәмерйәлә ултырғанда бер ҡарт
Уйлағандыр, бәлки, иҫе китеп:
“Уландарҙың уйында тик уйын.
Йәшәр икән былар нисек итеп?”
...Һабан тотҡаһына таянып ҡарт
Әйтеп ҡуйғандыр бер, йәне көйөп:
“Малайҙарҙа уйын ҡайғыһы гел,
Былар нисек донъя көтөр?” – тиеп.
...Аҡ бәҫтәргә төрөп сәстәремде,
Үҙемдә лә шул уҡ хәстәр инде.
Улым компьютерҙа уйын уйнай, –
“Нисек итеп кенә йәшәр инде?”
Читайте нас: