Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
10 Февраль 2020, 16:05

"Ағиҙел" ҡунаҡтары

“Ағиҙел” журналы редакцияһынан ҡунаҡтар өҙөлмәй. Был юлы ике әҙип, Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай әйтмешләй, ике “быуай” (бабай) килеп инде...

“Ағиҙел” журналы редакцияһынан ҡунаҡтар өҙөлмәй. Был юлы ике әҙип, Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай әйтмешләй, ике “быуай” (бабай) килеп инде. Улар – халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улдары Тимерғәле Килмөхәмәтов менән Спартак Ильясов. Икеһе лә 41-се йылғы – гәдүктәр. “Быуай” тип шаяртып әйтелгән һүҙгә, йылмайып былай тине улар: “Ниндәй бабай ти ул – егеттәр!”
Ысынлап та, тынғы белмәй, илем, телем, халҡым тип янып йәшәгән үҙамандар егет булмай, кем булһын! Афарин, егеттәр!
Читайте нас: