Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
7 Февраль 2020, 14:07

Юлдарҙа һаҡ булайыҡ!

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙҘЫҢ“311-се күҙәтеүем:"Үлем ҡурҡынысмы? Инспектормы?" тигән яҙмаһын уҡығас...Миңә хәйерле юл теләмәгеҙ... Машинала күптәр хәүефһеҙлек ҡайышын таҡмай. Еңел автомобилдә артта ултырыусы пассажирҙарынан ҡайыш тағыуҙарын талап иткән, һис юғы, һораған водителдәрҙе бик һирәк осратырға тура килә. Ундайҙар юҡ кимәлендә, тиһәм дә, хата булмаҫ...

Оҙатыусыларҙың: "Аҡ юл теләйем!" – тиеүенән практик файҙа аҙмы, күпме икән, белмәйем. Ә бына кешенең сәңгелдәк бәүелеүенән йоҡларға әүәҫлеген иҫәпкә алып фекер йөрөтһәк, юлда әлеге пассажир, талғын музыка, машинаның тигеҙ сайҡалыуы ыңғайына, моғайын, йоҡомһорар, ойор, өҫтәүенә, миңә хәйерле юл теләнеләр, шуға, юлда миңә бер ни ҙә булмаҫ", – тип, һаҡланыу саралары тураһында онотоуы бер кемдә лә шик тыуҙырмайҙыр.
Киреһенсә, оҙатып ҡалыусы кеше яҡынына: "Шофер йонсоу күренә, бәлки төнөн дә такси хеҙмәтен үтәгәндер. Оҙон юлда ойоп китмәһен, уны ҡарап, йышыраҡ туҡтатып, ял иттерегеҙ, үҙегеҙ хәүефһеҙлек ҡайышын берүк ысҡындырмағыҙ!" – тип, иҫкәртһә, һөҙөмтә ғәҙәттәге хәйерле юл теләүҙән күпкә яҡшыраҡ булыр ине, тип уйланыла.
Шуға, сәфәр алдынан миңә хәйерле юл телмәһәгеҙ ҙә, бер-ике файҙалы кәңәшегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ, рәхмәтле булырмын. Ә һеҙ был турала ниндәй фекерҙә?
Читайте нас: