“Ағиҙел” һәм “Һәнәк” журналы редакцияларын “яңы” йортҡа күсеүҙәре менән ҡотлап, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе, яҙыусы һәм ғалим Тимерғәле ағай Килмөхәмәтов килеп китте. “Тегендә 4-се ҡатта ултырһағыҙ ҙа йыш йөрөп булманы, бында 9-сы ҡатта булһа ла “һә”тигәнсе килеп еттем...” – тине ағай йылмайып. Эйе, полиграфкомбинат бинаһында саҡта өлкән йәштәгеләргә 4-се ҡатҡа күтәрелеүе бик ауыр ине шул – лифт булманы, “Матбуғат йорто”нда иһә лифт гөжләп тора.
Шулай итеп, “Ағиҙел”, “Һәнәк” журналдарын һағынып китһәгеҙ, “Матбуғат йорто”ноң 9-сы ҡатына рәхим итегеҙ!