Әлбиттә, Эрдоған менән Зеленский Ҡырымды, ҡырым татарҙарының хәлен тикшергән. Тегеһе шыңшығанлыр, быныһы йыуатҡандыр, хатта Эрдоған Ҡырымдан ҡотолған ҡырым татарҙарына Херсон өлкәһендә йорттар төҙөп бирергә вәғәҙә иткән.
Шулай инде, газ юҡ тигәйнеләр, газ үткәргес һуҙҙыҡ, помидорыбыҙ серей, тигәйнеләр, йөҙәр мең тонна һатып алабыҙ, ял итеүселәр етмәй, тип зарланғайнылар, чартер яллап туристарыбыҙҙы ҡыуҙыҡ. Мөнәсәбәттәрҙе һаҡлар, дуҫлыҡты нығытыр өсөн хәҙер өлгәшелгәндәрҙән баш тартырғамы инде?
Көнсығыш – бик нескә эш, тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Беҙ быға тағы бер тапҡыр инандыҡ.
Фото авторы: Автор: Адміністрація Президента України, CC BY 4.0, https://commons.wikimedia.org/w/index.php?curid=75913245