Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Февраль 2020, 15:45

МИЛЛИ ЙӘШТӘР ТЕАТРЫНЫҢ МӘСКӘҮҘӘГЕ “МОДЕРН” ДРАМА ТЕАТРЫНДАҒЫ ГАСТРОЛДӘРЕ УҢЫШЛЫ ТАМАМЛАНДЫ

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының Мәскәүҙәге гастролдәре аншлаг менән үтте. Кисә Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесы буйынса ҡуйылған спектаклгә Мәскәүҙәге милләттәштәребеҙ зал тултырып килде. Һәр кемгә таныш әҫәр тамашасыны хәтирәләргә күмде, тыуған яҡтарына алып ҡайтҡандай булды. Шуғалыр ҙа, тамаша бөтөү менән улар таралышмай, ошондай йылы тойғолар бүләк иткәндәре өсөн, артистарға, театр етәкселәренә ҡабат-ҡабат рәхмәттәрен еткерҙе, аралашты, ҡулдарын ҡыҫты.

  • Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының Мәскәүҙәге был гастролдәре республикабыҙҙың 100 йыллығына һәм Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналды. Ул шулай уҡ башҡорт этник мәҙәниәтенең “Урал батыр уты” асыҡ регион-ара марафоны теҙмәһе буйынса ойошторолдо, тип хәбәр итә театрҙың әҙәбиәт бүлеге мөхәррире Рәзилә Ырыҫҡужина.
  • Фото театрҙың матбуғат хеҙмәтенән алынды
    Читайте нас: