“Гөлбостан” бик етди әҫәр, уны ҡарағанда ҡулъяулыҡ талап ителмәй, йәки илап тормаһағыҙ ҙа була. Бөгөн премьера икенсе тапҡыр күрһәтелә, уны ҡарарға теләүсе бәхетлеләргә бер нисә кәңәш – килер булһағыҙ, йылыраҡ кейенегеҙ, гардеробҡа кейемдәрегеҙҙе тапшырып тормаһағыҙ ҙа була. Сөнки бик өшөп китһәгеҙ, аҫҡа төшөп йылыныр өсөн ҡайнар сәй бар, ләкин тәнәфес юҡ.
Белеүегеҙсә, академтеатрҙың төп йортонда йүнәтеү эштәре бара, премьера Туҡай урамы яғындағы Фәйзи Ғәскәров ансамбленең тамаша залында булды. Ә был залдың күптән кеше төҫө күрмәгәне һиҙелеп тора: ыҡсым, уңайлы, ләкин һыуыҡ. Ҡыҫҡаһы, үҙегеҙ хәл итегеҙ: “Гөлбостан”ды ҡарау бер өшөүгә генә торороҡ.