Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Ғинуар 2020, 11:26

Ҡытай вирусы беҙҙә юҡ, тип ҡыуанырға ашыҡмайыҡ. Хәлдең күпкә ҡатмарлыраҡ булыуы бик ихтимал.

Донъя халыҡтарының иғтибары Ҡытайға йүнәлтелгән. Сирләүселәр һаны 4 меңгә етте, вафат булыусылар ике йөҙләп иҫәпләнә. Бындай шарттарҙа Рәсәйҙең һағайыуы һәм властарҙың ҡәтғи саралар күреүе бик урынлы. Сөнки әле булһа был сирҙең ҡайҙан килеп сығыуы һәм нисек таралыуы тураһында имеш-мимештәрҙән һәм фараздарҙан башҡа теүәл мәғлүмәт юҡ. Тәүҙә ҡытайҙар яратып ашаған йыландарҙы һәм ҡомаҡтарҙы ғәйепле иткәйнеләр, хәҙер килеп, ярғанаттар ғәйепле, имеш.

Рәсәй туроператорҙары, үҙҙәренең клиенттарының һаулығын хәстәрләп, Хайнань утрауынан ял итеүселәрҙе тыуған илдәренә ҡайтара башланы. Урындарҙа сирҙе иҫкәртеү, һаҡланыу саралары тураһында мәғлүмәттәр көндән-көн йышыраҡ яңғырай. Хоҙай ҙа, һаҡланғанды ғына һаҡлармын, тип белмәй әйтмәгән бит.
Ҡытай властарының яңы йылды ҡаршылау һымаҡ ҙур байрамдарҙан баш тартыуы, халыҡтың күсенеп йөрөүҙәрен сикләүҙәре юҡҡа түгел, тип аңларға кәрәк. Был сирҙең мәкерле көсө шунда, ул инкубация осоронда ла тарала һәм кешеләрҙе сирләтә. Һаҡ булыу беребеҙгә лә артыҡ булмаҫ.
Читайте нас: