Төркиәнең көнсығышда ер тетрәне. Тиҫтәләрсә кеше һәләк булған, меңдәрсә яраланған.
Ошо фажиғә айҡанлы, Рәсәй Президенты Владимир Путин Төркиә башлығы Рәжәп Эрдоганға ҡайғы уртаҡлашыу телеграммаһы ебәрҙе һәм ҡотҡарыусыларҙың ярҙамын тәҡдим итте. Рәжәп Эрдоган Рәсәй етәксеһенә рәхмәтен белдерҙе.
Төркиәнең көнсығышындағы таулы райондарҙа ер тетрәү йыш ҡына булып тора. Ләкин көслө тетрәүҙәр бик һирәк теркәлә.
Ер тетрәү һөҙөмтәһендә ҡырҡлап кеше һәләк булған, бер нисә мең яраланған, емерелгән өйҙәрҙең иҫәбе юҡ. Емерелгән өйҙәр аҫтында ҡорбандарҙың булыуы бик ихтимал. Ҡотҡарыу эштәре дауам итә.
Кисә ер тетрәгән төбәккә Төркиә президенты Рәжәп Эрдоган урындағы ваҡиғалар менән танышырға килде.