Һанлы технологияларға күсеү мәҙәниәтте үҫтерәсәк.
Һанлы мәҙәниәтте һәр өйҙә көтөгөҙ.
Хәҙерге коммуникациялар һәм интернет технологиялары үҫешкән дәүерҙә кешеләрҙе бер нәмә менән дә ғәжәпләндереп булмай. Мәҫәлән, һанлы технологиялар ярҙамында мәҙәниәтте үҫтереү ҙә – алдынғы ысулдар иҫәбенән.
“Мәҙәниәт” милли проектын үҫтереү хәҙер “Һанлы мәҙәниәт” ярҙамында тормошҡа ашырыласаҡ. Республикала 2024 йылға тиклем 6 виртуаль концерт залы ойоштороу хаҡында һүҙ бара. Мәҙәниәт министрлығынан белдереүҙәренсә, концерт залдары конкурс ярҙамында һайлап алынасаҡ. Һайлап алынған алты зал юғары тиҙлекле интернет селтәренә тоташтырыласаҡ, өр-яңы технологиялар менән тәьмин ителәсәк.
Киләсәктә нисек булыр, әлегә әҙерлек эштәре бара. Мәҫәлән, ауыр эш көнөнән һуң өйгә ҡайтып, компьютерҙы тоҡандырып ебәрәһең дә, яратҡан йырсыларыңдың концертын тыңлайһың. Билет эҙләп, аҡса түләп, залын эҙләп йөрөйһө лә түгел.