Әҙәбиәт сикһеҙ йыһан кеүек, –
Әйләнештә унда һәр бер есем.
Һәм тартыла улар бер-беренә,
Тоя икән әгәр тартыу көсөн.
Тәбиғәттең ҡанундары ғәҙел:
(Кешелектә ләкин башҡа үлсәм!)
Ваҡ есемдәр һәр саҡ эреләрҙең
Көс-ҡеүәте менән әйләнеүсән.
Йондоҙҙар бар, күптән һүнһәләр ҙә,
Йыһан төптәренән нуры килә.
Бәғзеләре тауыш-тынһыҙ һүнә,
Бәғзеләре шартлап, янып үлә.
Әҙәбиәт сикһеҙ ғаләм кеүек,
Һәм әйләнә унда төрлө есем.
...Ҡулдарыңа әгәр ҡәләм алһаң,
Иң беренсе күккә баҡ һин, кешем!