Ниһайәт, Өфө ҡалаһы буйлап 20-30 йыл йөрөгәндән һуң “Ағиҙел” Матбуғат йортона әйләнеп ҡайта. Совет майҙанында, Аксаков урамы, 62-се йорт, Комсомол урамында, тағы әллә ҡайҙарҙа беҙҙең адрестар ҡалды. Матбуғат йортона ҡыуанып, асылыбыҙға ҡайтҡан һымаҡ ҡайтабыҙ. Ошо хаҡта ишетһә, Рәшит ағай Солтангәрәев ниндәй көләмәс сығарыр ине икән? Булат ағай Рафиҡов нимә әйтер? Һаран ғына йылмайып ҡуйырмы икән? Тамара Ғәниева беҙҙе йәлләй ине, ишеткәс, ҡыуаныр әле. Полиграфкомбинатта һәр квадрат метр ауыр металлдар һеңдергән, ошонда һаулығымды бөтөрҙөм, тип беҙҙе ҡурҡыта торғайны.
Ҡасандыр Матбуғат йортона һыймай эшләй инек, ә хәҙер барыһы ла таман ғына. Булғанына шөкөр, ярай әле, журналдарыбыҙ сыға. Аллаға шөкөр, уҡыусыларыбыҙ ҙа бар. Шул шатлыҡтан мәхрүм ҡалмайыҡ! Уҡыусыларыбыҙ бар саҡта, журналдарыбыҙ ҙа йәшәр.