Әҙәм ышанмаҫлыҡ был хәл үткән быуаттың алтмышынсы йылдарында була. Бер йәш шағир, Мәскәүҙә сыҡҡан китабына гонорар алғас, үҙенә бер тин дә ҡалдырмай уны милләттәштәренең барыһын да – йәшен дә, ҡартын да һыйлауға сарыф итә. Ай-һай, тотош бер милләтте һыйларлыҡ булғас,ул гонорар бик бәләкәйҙән булмағандыр, тип аптыраусылар табылыр. Бына ниндәй киң күңелле әҙип, тип һоҡланыусылар ҙа булмай булмаҫ. Инде ул йомарт яҙыусының исемен дә әйтәйек: ул – Семен Курилов, милләте буйынса юкагир. Ул саҡта юкагирҙарҙың һаны биш йөҙҙән дә артмаған. Хәҙер меңдән ашыу буғай . Шулай ҙа биш йөҙ кешене һыйлауға ярайһы мул ғына аҡса кәрәк булғандыр. Ә бына хәҙер яҙыусылар алған гонорар ғаиләләрен һыйларға етһә, бик һәйбәт әле... Яҙыусының хеҙмәте сүптән дә арзан һаналған заманда йәшәйбеҙ шул