Ағиҙел
-5 °С
Ҡар
ӘҘӘБИӘТ
ЙӘМҒИӘТ
ӘҘӘБИ ЯҢЫЛЫҠТАР
ВК
ТЕЛЕГРАМ
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Ғинуар 2020, 15:25
"Ханымға ишек астым да..."
Мең дә бер күҙәтеүем. 307-се күҙәтеүем: "Ханымға ишек астым да..." Бөгөн бер бинанан сығып килгәндә ҡыҙыҡ та, ҡыҙыҡ та булмаған бер хәл-күренешкә дәл булдым. Тупһала мөләйем ханым күренде. Ул бинаға инеп килә. Ошондай осраҡ өсөн хас булғанса ишекте астым да, ханымды эскә үткәреп ебәрергә иттем. Әммә...
Йылмайып килгән ханым ҡапыл туҡталды, миңә ғәжәпләнеү ҡатыш сәйерһенеү менән шундай итеп ҡараны, ҡолап китә яҙҙым. Рәхмәт тә әйтмәне, һис юғы йылмайманы ла! Үҙемсә шундай һығымталар яһаным был хәлдән:
ханым әллә мине бәйләнергә һылтау эҙләп, ишек асамы икән, тип уйланымы;
сибәр ине, шуға бәлки мине тиң күрмәгәндер;
заманалар боларған бер мәлдә һаҡланып ҡалған һуңғы хыялый тинеме;
юрый шаярта тинеме?
кем белә, бәлки уға үҙ ғүмерендә бер ваҡытта ла ишек асып индереүсе булмағандыр. Һ.б.
Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, дуҫтарым!
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Яңа елда пособиеләр күпмегә артачак?