Бәйләнештә селтәрендәге йәш ҡатын балалар тыуҙырыу йортонан кәңәш һорап яҙа: “Юридик ҡанундарға тап килтереп хоҡуҡи нигеҙҙә баламдан нисегерәк баш тартырға? Йәшәргә урыным юҡ, бер ҡайҙа ла эшкә алмайҙар.” Ярай әле баш тартырға, тиергә аҡылы еткән, асылда иһә ул йәнен ярған баланан ҡотолорға маташа лаһа! Һәр әҙәм заты – уникаль. Уникум – грек һүҙе, уны берҙән-бер, башҡа бындай юҡ, тиеберәк тәржемә итергә мөмкин. Хатта бер йомортҡанан бүленеп яралған игеҙәктәр ҙә береһе икенсеһенән айырыла, уларҙың фәҡәт үҙҙәренә генә хас, ҡарар күҙгә бәрелмәгән һыҙ-аттары бар. Йәшәү даулап шытҡан орлоҡто туғыҙ ай дауамында йөрәгең аҫтында йөрөт тә ваҡытлыса булған, хәл итә алырлыҡ тормош ауырлыҡтарына һылтанып, ана шул берҙән-бер мөғжизәнән баш тарт инде! Хәйер, хайуандар үҙҙәренсә йәшәй, кешеләр икенсерәк, тик тойғо, аң-кимәл, миһырбанлыҡ төшөнсәләре генә алмашынды. Буталды донъялар!