Нуретдин еҙнәйҙең уҫал эте бар ине. Бәләкәй генә сәүек өй тирәһенә һис бер кемде, хатта ят мал-тыуарҙы, ҡош-ҡортто яҡынлатмай һаҡлай торғайны. Уның ҡарауы хужаһына һырпаланып бара, ҡайҙа ла тотам ҡалмай эйәреп йөрөй. Яңғыҙ көн иткән еҙнә үлеп китте. Ә теге сәүек көн һайын зыярат яғына барып урай ҙа көн оҙоно бер кем йәшәмәгән йортто һаҡлай, ҡарауыллай икән. Бына бит ул тоғролоҡ, бирелгәнлек!
Беҙҙең тирәлә тағы ла бер кеше йәшәне. Мәктәпте тамамлағас уҡ аҙып ҡайҙалыр сығып киткәйне, шул китеүенән осто-гүҙе юҡҡа сыҡты, ата-әсәһенең яҡты донъяла барлығы хаҡында ла онотто. Атаһы үлеп киткәйне, эше тығыҙлыҡҡа, ваҡыты юҡлыҡҡа һылтанып ерләүгә лә ҡайтмаған теге белекһеҙ. Хәҙер әсәһе ташландыҡ ҡына йортта һуңғы көндәрен кисерә. Бына бит ул бәғерһеҙлек, миһырбанһыҙлыҡ!
Йорт ҡапҡаларында: “Осторожно, злая собака!” тигән иҫкәртеүҙе уҡыһам уйлап ҡуям, тимәк был йортта нигеҙенә, хужаһына тоғро эт йәшәй. Беҙгә эттәрҙән бигерәк кешеләрҙән ҡурҡырға кәрәк. Ҡара уйлы, ҡаты күңелле кешеләрҙән!