Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылынын Өфөгә килеп, БДУ-ны тамамлап, Әсҡәт Сәлиховҡа кейәүгә сығып, ҡыҙ һәм ул үҫтереп, хәҙер тормош иптәше менән 5 ейән-ейәнсәргә бәхетле олатай һәм өләсәй булып, баш ҡалабыҙҙа йәшәй. Гөлсимә Оморҙаҡ ҡыҙы Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре, хеҙмәт ветераны, әле лә үҙенең яратҡан эше менән шөғөлләнә. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, ниндәй генә бурыстар үтәһә лә һәр ваҡыт еренә еткереп башҡара.