Был тәжрибә артабан да һаҡланасаҡ, спиртлы эсемлектәр оҙайлы ялдар ваҡытында, Һуңғы ҡыңғырау, Һабантуй көндәрендә һатылмаясаҡ.
Радий Хәбиров кәңәшмәлә: “Ваҡыт үҙ хөкөмөн сығарыр, эшләмәгән кеше генә хаталанмай. Беҙҙе алда яҙ һәм йәй көтә. Һабантуйҙарҙа спиртлы эсемлектәр һатыу ҡәтғи тыйыласаҡ. Был йәһәттән закон бар. Миңә ҡалһа, был сараларҙы кешеләр ыңғай ҡабул итте”.
Етәкселек ял көндәрендә байрам сараларын ойоштороу хаҡында ла хәстәрлек күрә. Мәҫәлән, Яңы йылда үткәрелгән ғаилә уйындарында 320 мең кеше ҡатнашҡан. Күптәр иғтибар иткәндер, ҡалаларҙың, район үҙәктәренең һәм ауылдарҙың йөҙө байрамса төҫ алды.
Иң мөһиме, байрамдар имен-аман үтте, ғәҙәттән тыш хәлдәр теркәлмәне, тип йомғаҡланы Республика Башлығы.