“Нәнәй”ҙән һуң Марат Муллаҡаев тағы бер килке юғалып торҙо, кешеләр уны онота ла башлағайны. Бәлки кемдер уның заманында Ишембайҙың “Восход” гәзитендә – баш мөхәррир, “Совет Башҡортостаны”нда – бүлек мөдире, “Өмет”, “Киске Өфө” гәзиттәрен ойоштороуҙа ҡатнашыуын, аҙаҡ “Өмет”, “Ҡызыл таң”, “Вечерняя Уфа” баҫмаларында баш мөхәррир булып эшләүен, тағы ҡайҙалыр китаптар сығарыуын онотоп та өлгөргәндер. Журналистика даирәһендә өҙлөкһөҙ өйрөлөү арҡаһында, хатта, үҙе шаяртып һөйләүенсә, юғары белем алырға ла ваҡыты булмаһа ла, уңышлы эшләргә, хатта Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаты булып һайланырға, бер нимә лә ҡамасауламаны. Эттәр яратыуы, һунарсылығы хаҡында ләҡәптәре матбуғат саралары аша таныш.
Инде юғалды, онотолдо, тигәндә Марат Муллаҡаев тағы килеп сыҡты. “Аҙағы билдәле булмаған юл” исемле китабы менән. Был повесын “Ағиҙел” журналы Гөлнара Мостафина тәржемәһендә киләсәктә уҡыусыларға тәҡдим итергә ниәтләй.
Марат Муллаҡаев Яҙыусылар союзы ағзаһы булмаһа ла, ҡайһы бер ағзаларҙан күберәк яҙа. Бына тағы бер китап сығарған. Әлбиттә, русса, ул “Озеро жизни” тип атала. Мажаралы повесты һорап китап магазиндарына мөрәжәғәт итәләр икән. Шулайҙыр, тип уйлайым.
Һуңлап булһа ла, юғары белем хаҡында дипломын да алды, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеменә лә лайыҡ булды, Чечняға ла барып сыҡты, унлап китап сығарҙы, легендаға әйләнеп барған кеше хаҡында тағы нимә яҙаһың инде? Үҙе яҙһын, китаптар сығарһын, ә беҙ уҡырбыҙ.
Тормоштан йәм тапҡан кешеләр шулай була.