Ысынында, "бер туған", "ике туған", "өс туған" төшөнсәләре урыҫсаларының калькаһы ғына булыуы хаҡында кемдең уйланғаны бар икән? Атай-олатайҙарыбыҙ ҡан туғанлығын шул рәүешле "-нсе" категорияларына бүлеп, туғанлыҡтың күләмен үлсәп, кемеһенеңдер һаны юғары булған өсөн дәрәжәһен кәметеп ултырҙылармы икән? Ай-һай! Беҙҙә бер туғандарҙы "бер ата, бер әсәнән тыуғандар" тигәндәр, артабан 7-се быуынға тиклемгеләре "туған" тип кенә аталып, унан артабанғыларын бер затҡа, нәҫелгә, араға, ырыуға индергәндәр. "Ике туған ҡустым", "өс туған һеңлем" төшөнсәләре атай-олатайҙарыбыҙ өсөн ят булған.