Ағиҙел
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
10 Ғинуар 2020, 11:22

Беҙҙең Башлыҡтың “Бәйләнештә”ге аккаунты – иң яҡшылар иҫәбендә. Лайктар һәм комментарийҙар шуны раҫлай.

Социаль инновациялар үҙәге интернетта иң күп эшмәкәрлек алып барған төбәк етәкселәрен барлаған. “Бәйләнештә” социаль селтәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2168 балл йыйған. Уның материалы 1646 “лайк”, 261 комментарий алған.

“Инстаграм”да Чечня Башлығы Рамзан Ҡадыровҡа етеүсе юҡ. Ә был селтәрҙә Башҡортостан етәксеһе – 4-се урында.
Әйткәндәй, Радий Хәбировтың “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһендә 165 мең яҙылыусыһы бар. Башлыҡ сәхифәһендә ваҡиғаларҙы теүәл яҡтыртып бара. Уның иғтибарынан төнө буйы яуған ҡар ҙа, таҙартылып өлгөрмәгән юл да ситтә ҡалмай. Ә бындай етеҙлек ҡулланыусыларға ифрат оҡшай. Улар ваҡиғаларҙы күҙәтеп кенә ҡалмай, үҙҙәрен уның уртаһында ҡайнаған һымаҡ итеп тоя. Мәҫәлән, Башлыҡ: “Тәүге эш көнө. Эш күп. Ә мин иң тәүҙә, ни эшләптер, Өлфәт Мансур улын иҫкә төшөрәм”, – тип яҙғас, бер сәғәт эсендә 600 “лайк”, 170 комментарий барлыҡҡа килә. Әлбиттә, ҡала башлығы Өлфәт Мостафин беренселәрҙән булып бына нимә тип яҙа: “Ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт, Радий Фәрит улы! Көн һайын ҡар таҙартырға 250 берәмек техника, 300 юл эшсеһе сыҡты. Бынан тыш, ҡалала 300-ҙән ашыу мәҙәни сара үткәрелде”.
Хәҙер күптәр интернетта ултыра. Улар ваҡиғаларҙы күреп түгел, уҡып ҡабул итергә өйрәнгән. Юғарыла иҫкә алынған ҡар таҙартыу өсөн көрәш, минеңсә, шул юҫыҡтан. Сөнки, иғтибар иткәнһегеҙҙер, Өфөлә ҡар байрам осоронда, йә оҙайлы ялдар алдынан күпләп яуыусан. Бындай шарттарҙа иң тоғро хеҙмәткәрҙәргә лә транспорт руле, һис юғы, көрәк тоттороу еңел түгелдер. Эшкә килгәс, үҙем күрҙем, юлдар тап-таҙа ине.