Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
9 Ғинуар 2020, 10:55

Зөлфиә Ханнанова

Яңы йылға аяҡ баҫҡан кәндәрҙең береһендә халҡыбыҙҙың талантлы ҡыҙы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты шағирә Зөлфиә Ханнанованың ижади табынында ҡунаҡ булдыҡ. Зөлфиәгә булған яҡты хис-тойғоларымды әлеге яҙмала әҙ-мәҙ еткерә алғанмындыр тип уйлайым.

Күктән ағылған моң
Бындай ҡыуаныстар һирәк була. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Зөлфиә Ханнанованың Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә “Мин – башҡорт, тип танышығыҙ...” тигән китабын ҡулыма алғас, күңел ҡанаттары елпенеп киткәндәй булды. Заманында Рәшит Назаровтың, Рәмил Ҡол-Дәүләттең, Рәйес Түләктең мейестән яңы ғына сыҡҡан китаптарын ҡулыма алғанда шундай татлы хистәр кисерелгәйне. Юҡ, юҡ, башҡа шағирҙарҙы түбәнһетеп һәм кәмһетеп ҡарау түгел был. Аллаға шөкөр, башҡорт әҙәбиәтендә үҙ тауышы, үҙ моңо менән айырылып, һоҡланғыс ижади гәүһәрҙәр тыуҙырған шағирҙар бихисап. Шулай ҙа һәр кемдең үҙенә, йәненә яҡын һәм танһыҡ моң тулҡыны була. Минең күңел ҡылдарын әле үрҙә телгә алған шағирҙарҙың ижады сиртә икән, бында бер ниндәй ҙә хилафлыҡ юҡ.
Зөлфиә Ханнанова менән Башҡорт дәүләт университетында уҡыған сағымда яҡындан таныштым. Яҡындан, тим, сөнки мәктәп йылдарында “Башҡортостан пионеры” гәзите, “Пионер” журналы аша танышлыҡ бар ине. Зөлфиәнең ошо матбуғат баҫмаларында донъя күргән шиғырҙарын үҙ күреп уҡыным, һоҡландым, сәмләндем. Әлбиттә, әле сөсөрәк яҙам, бәлки, көнләшеү кеүек ғәләмәт тә булғандыр сабый күңелемдә. Булғандыр! Шундай илерткес шиғырҙарҙан нисек көнләшмәйһең инде!..
Студент йылдарындағы Зөлфиә хәтер донъямда ниндәйерәк фиғелдә һаҡланып ҡалған һуң? Башҡорт ҡыҙҙарында ғына була торған тыйнаҡлыҡ, итәғәтлек хас ине уға. Хәтере ҡалған саҡтарҙа ла тауыш күтәреп, тәмһеҙләшеп йөрөмәҫ, йылмайыр ҙа ҡуйыр. “Ине” тип үткән заманда һөйләүем, Зөлфиәнең холҡо үҙгәреүе тураһында аңлатмай. Бөгөн дә ул шул уҡ ихлас күңелле, нәзәкәтле, ләкин студент йылдарындағы Зөлфиәгә тормош тәжрибәһе менән тупланған аҡыл өҫтәлеп, олпатлана ғына төшкән. Ошо үҙгәреш шағирәнең ижадында ла сағыла. Ғөмүмән, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев әйткәнсә: “Зөлфиә Ханнанова бөгөн халыҡ-ара майҙандарҙа ла һынатмаҫлыҡ һәләтле шағирәбеҙ. Уны сткдент сағында уҡ яҙған шиғырҙарынан беләм һәм ҡала кимәлендә яуаплы эштәр башҡарғанында ла уның өсөн шиғриәт иң изгеһе, ул ижад тип янып йәшәй, һүҙҙәрҙе бик белеп, талапсан ҡуллана”.
Әлбиттә, ниндәй генә һүҙҙәр һөйләһәм дә Зөлфиәнең булмышын күҙ алдығыҙға баҫтырыу мөмкин түгел. Уның хаҡында асылып китеп, шиғырҙары ғына һөйләй ала, сөнки шағирәнең күңел көҙгөһө нәҡ ана шул ижадында. Һәр бер шиғырына уның шатлыҡ-ҡыуаныстары, хәүеф-хәсрәттәре, донъяға ҡарашы, халыҡ, ил-тел яҙмышы өсөн борсолоуҙары һеңгән. “Мин – башҡорт, тип танышығыҙ...” китабының шундай шиғыр юлдары менән асылып китеүе лә юҡҡа түгел:
Доға ҡылам: “Илем! – тип, –
Минең берҙән-берем!”– тип.
Ерем, телем, динем, тип,
Ерем, телем, динем, тип!
Шағирә ер, тел, ил, дин тип баҫым яһап, күкрәк тултырып әйтә икән, уның йәшәү рәүеше, тормош мәғәнәһе ошо изгеләрҙән-изге төшөнсәләр менән бергә уҡмашҡан. Был тойғо китаптың үҙәген тәшкил итә.
“Мин – башҡорт, тип танышығыҙ” шиғырының тәүге юлы уҡ шанлы һәм ҡанлы тарихыбыҙҙы иҫкә төшөрә: “Яндырылған ауылдарҙың көлдәре беҙ...” Урыҫ дәүләтенең башҡа милләтәрҙе бойһондороу сәйәсәте һөҙөмтәһендә, меңәрләгән башҡорт ауылдарының яндырылыуы, ҡоллоҡҡа оҙатылған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың, бала-сағаларҙың күҙ йәштәре йөрәкте телә. Ил өҫтөнә ябырылған ҡот осҡос афәттән нисек имен ҡалды икән халҡыбыҙ?! Эйе, шағирәнең һүҙҙәре менән әйтһәк: “Шул көлдәрҙең ҡалҡып сыҡҡан гөлдәре беҙ”. Шиғырҙа әлеге һүҙҙәр янғында һәләк булған әруахтар рухынан әйттерелә. Халҡыбыҙҙың ғәфләт йоҡоһона сумып, үгеҙ үлһә – ит, арба ватылһа – утын, тип йәшәүенә рәнйеш ҡатыш үпкә һүҙҙәре лә яңғырай: “Һеҙ бит хәҙер ғәфләт баҫҡан хәлдәһегеҙ!..” Сараһыҙҙан уйлап ҡуяһың, тарих төпкөлөнән килгән йән әрнеткес тауыштарҙы ғына түгел, иле, теле өсөн янып йәшәгән бөгөнгө зыялыларыбыҙҙың оранын да ишетеүҙән мәхрүм булып барабыҙ ҙабаһа! Кешелектең “үле йән”дәргә әйләнеүеме был?..
Зөлфиә йөрәктәргә үтерлек, йәндәрҙе тетрәтерлек итеп әйтеү һәләтенә эйә. Рауил Бикбаев былай ти: “Хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә шағирәләр һәм әҙибәләр ижады һүҙ сәнғәте үҫешендә йылдан-йыл нығыраҡ асыла бара. Милләттәрҙең бөгөнгө рухи булмышында ҡатын-ҡыҙ һүҙенең бәҫе юғары, уртаҡ ҡаҙаныштарға индергән өлөшө ҙур.
Ошондай ҡаҙаныштар юғарылығынан байҡағанда Зөлфиә Ханнанованың шиғриәте иң маҡтаулы баһаларға лайыҡ. Шағирәнең “Мин – башҡорт, тип танышығыҙ...” тигән ҡулъяҙмаһын ентекләп уҡып сыҡҡандан һуң, быға тиклем китаптарынан алған тәьҫораттарым күпкә киңәйҙе”.
Эйе, “иң маҡтаулы баһаларға лайыҡ” тип халыҡ шағиры тиктәҫкә әйтмәй. Зөлфиәнең шиғырҙарын башҡа бер кемдеке менән бутау мөмкин түгел. Уларҙа лирика менән фәлсәфә бер бөтөнгә әйләнә, донъяға үҙ ҡарашы бар. Әлбиттә, үҙ ҡарашы булмаған кеше шағир тигән бөйөк исемгә лайыҡ түгел. Донъяға кемдәрҙеңдер күҙлегенән ҡарап, йә күҙ йомоп ҡына йырлаусыларҙы ла белә тарих. Бер заман бәғзеләргә Ленин да алла булып күренә башланы хатта. Бөгөн дә донъяға ситтәр “күҙлеге”нән бағып маташыусылар юҡ түгел. Ғөмүмән, шағир хәҡиҡәттең сағыу күҙҙәренә тура ҡарай алғанда ғына үҙ һүҙен әйтә ала, ә бының өсөн күңел сафлығы, намыҫ таҙалығы мөһим.
Зөлфиә шиғырҙарҙы яҙмай, күктән ағылған нурҙарҙы аҡ ҡағыҙға теҙә һымаҡ. Юҡ, ҡағыҙға түгел, кешеләр күңеленә бөркә. Уның ниндәй генә шиғырын алма, йөрәкте өйкәгән, күңел төбөндә ятҡан, һин әйтергә теләгән уй-фекерҙәр ҡалҡып сыҡҡандай. Быныһы инде халыҡсанлыҡ тип атала. Ҡайҙан килә һуң ул? Сере ябай ғына: Зөлфиәнең рухи тамырҙары тыуған еренә, уның ябай һәм ихлас кешеләренә береккән:
Көнләшәм мин ауылыма ҡайтһам
Тәндәк буйындағы еректән.
Ағастың бит ағасына тиклем
Тыуған ергә нығыраҡ ереккән.
Мин дә бында нығыраҡ кәрәкмендер,
Ана, хаттаюлдың саңы ла:
“Бик һағындым һине!” – тигән кеүек,
Биттәремә килеп һарыла.
Йәки:
Дыуан, Дыуан, тиһәм,
Тыуған яҡҡа
Ҡыуан елдәр мине
Ҡыуалай.
Йәнә:
Тыуған йорттоң моңһоу тәҙрәләре
Ҡарамаһын ине ятһырап...
Әле килтергән юлдар студент йылдарында яҙылған, ләкин ошо һағыш, тыуған еренә булған һөйөү хисе шағирәнән тотам да ҡалмай, һәр саҡ йөрәген ялмай. Мәҫәлән, былтыр ғына яҙылған “Дыуан бульвары” шиғырында:
Автобустар үтә бер-бер артлы,
Троллейбустар үтә тағылып,
Баҫып торам Дыуан бульварында
Тыуған еркәйемде һағынып, –
тип үрһәләнә шағирәнең йәне. Тыуған тупрағына булған мөхәббәт оло илебеҙҙең – Башҡортостаныбыҙҙың яҙмышы өсөн янып-көйөү булып, йөрәктәрҙе телеп ала. “Башҡортостан”, “Бәхетемдер, тимен...”, “Башҡортлоҡтоң орлоҡтарын сәсәм”, “Мин бит әле башҡорт ҡыҙы!” кеүек шиғырҙарҙы уҡып, ил, тел, халыҡ яҙмышы өсөн битараф ҡалыу мөмкин түгел.
Ғөмүмән, Зөлфиә Ханнанова ижадының нигеҙендә ана шул бала саҡтан аңына ғына түгел, ҡанына һеңгән ил тойғоһо үҙәк урында тора. Яҙмыш юлдары ҡайҙа ғына алып бармаһын, уның уйҙары иле менән. Зөлфиәнең Хаж ҡылған саҡта яҙған “Мөздәлифә доғаһы” шиғырын тулыһынса килтерергә булдым. “Мөздәлифә яланында Хаж ғәмәле үтәгәндәр шайтанға атыр өсөн таш йыя”, – тип аңлатма бирә ул шиғырына.
Мөздәлифә! Күкһел таштарыңды
Барлай-барлай йыйҙым атмаға.
Теге шайтанға ул тейер, бәлки,
Туған телде йөрөй һатмаға.
Мөздәлифә! Ниндәй доға уҡып,
Ҡурсалайым икән халҡымды?!
Туған илкәйемде быуыр өсөн
Иблис ғәскәрҙәре ҡалҡынды.
Мөздәлифә! Эй тырышып йыйҙым,
Сәпкә тейһен инде был таштар!
Тыуған илкәйемдә доға көтә
Тел һағына баҫҡан яҡташтар.
Мөздәлифә! “Аллаһ бөйөк!” – тиеп,
Һәр бер ташҡа ҡеүәт һораным.
Минең гонаһтарым ҡалһа ҡалһын,
Милләтемде ҡотҡар, Илаһым!
Өфөлә үткән “Йөрәк һүҙе” бәйгеһендә ошо шиғырҙы авторҙың уҡыуында ишетеп, күҙҙәргә йәш тулғайны. Ысынлап та, иманын юғалтмаған тәбиғәт балаһы башҡорттоң йөрәк ауазы булып яңғыраны ул, тетрәтте, телебеҙгә ябырылған “шайтан”дарға ҡарата нәфрәт утын дөрләтте. “Сәпкә тейһен инде был таштар”, – ти Зөлфиә. Милләтебеҙ иман юлынан яҙмаһа, ата-бабаларыбыҙ ҡан менән йыуған ил-телебеҙҙе изге аманат итеп һаҡлаһаҡ, таштарыбыҙ сәпкә тейер! Иң ҡурҡынысы – йөрәгебеҙгә оялаған вайымһыҙлыҡ, битарафлыҡ “шайтан”дары. Шуларға ҡаршы шағирәнең һүҙҙәре лә “таш” булып яуа: “Минең илем – әүлиәләр иле!”, “Тыуған ерем шау аҫылташ булһа, сәсән телле халҡым – мең алтын!”, “Ил ирҙәре, ғәмһеҙ булмағыҙсы, күтәрегеҙ әле башығыҙ!”, “Батыр булһаң, ҡаршы сыҡ, илгә бәлә килгәндә”, “Башҡортлоҡтоң орлоҡтарын сәсәм”, “Ата-бабам усағының йөрәгемдә дөрләй ҡуҙы” кеүек һүҙҙәр үҙен башҡорт тип һанаған кешенең йөрәгенә үтмәй ҡалмаҫ!
“Мин –башҡорт, тип танышығыҙ...” китабының исеме үк әйтеп тороуынса, шиғырҙарҙың күп өлөшө милләт, ил, тел яҙмышы өсөн яныу тойғоһо менән һуғарылған. Тимәк, шағирәнең йәшәү мәғәнәһе, ғүмер асылы ошо изге төшөнсәләргә бәйләнгән!
Китапҡа “Ҡот” тигән поэмаһын да индергән Зөлфиә. Был эпик әҫәр тураһында төплө фекер йөрөтөү ҡулымдан килмәҫ, уныһы – әҙәбиәт белгестәренә ҡалһын. Шулай ҙа бер-ике ауыҙ һүҙ әйтеп китеү урынлы булыр, тим.
Поэманы тыуасаҡ балаһының ғүмерен ҡыйған, йәғни аборт эшләткән ҡатындың монологы тип тә ҡабул итергә була. Эш үткәс, ҡатындың үкенестәре, тәүбәгә килеп, Хоҙайға ялбарыуҙары, үҙ-үҙен ғазаплауы хаҡында тыныс ҡына уҡып булмай. Уның һүҙҙәре йөрәкте телеп ала:
Донъям етеш тә бит, ҡыҙыҡмағыҙ
Тырышып та йыйған байлығыма.
Күҙҙәремдә бөтмәҫ һағыш минең,
Башҡайымда – ҡара ҡайғы ғына.
.............................................................
Иң бәхетле ҡатын! Бөгөн иһә
Күмерләнеп бөткән усаҡ бары.
Йәнде телә намыҫ бысаҡтары,
Тамуҡ ише йәрем ҡосаҡтары!..
Быларға өҫтәп ни әйтәһең тағы?!
Артабан әҫәр геройының кисерештәре кешелек һәм ер яҙмышына барып тоташыуы фажиғәне көсәйтеп ебәрә:
Шәрә тауҙар бер ни өндәшмәне,
Бары бушлыҡ бында хакимдар.
Бер япраҡһыҙ ағас ботаҡтары,
Әйтерһең дә, түлһеҙ ҡатындар.
Әлбиттә, башта әйткәнемсә, был поэма тураһында киләсәктә ғалимдар үҙ фекерен әйтер. Миңә ҡалһа, Рәйес Түләктең “Ҡашмау”, “Яныу” поэмалары менән бер рәттән юғары кластар дәреслегенә индерелерлек әҫәр!
Зөлфиәнең ижадындағы мөхәббәт лирикаһыһын уҡып, күңелде берсә һағыш уты өтөп ала, берсә һалҡын һыуҙа ҡойонғандай, йән ҡорошоп ҡуя, йә хыялый һәм ҡанатлы хистәргә бирелеп, даръяларға ташланаһың, күктәргә күтәреләһең...
Бер-беребеҙгә асылмаҫлыҡ сер ҙә,
Бер-беребеҙгә – йомаҡ,
Ике йәндең бергә ҡушылыуы
Бер мөғжизә һымаҡ!
Йә булмаһа:
Ҡыҙҙырҙы ла ҡояш иртә менән,
Һөйөү кеүек, белмәй аяуҙы,
Саҡ сабылған бесән өҫтәренә
Әллә ямғыр, әллә йыр яуҙы!
Һин дә ямғыр булып килгәйнең бит,
Ниңә генә хәҙер йыраҡһың?!
Һин киткәстен, йәнем үрһәләнеп,
Ҡара көйгән бакуй һымаҡмын...
Йәнә:
Уян, уян, уян!
Балҡып торһон ояң:
Бөгөн таңдан тороп,
Тәмле ҡоймаҡ ҡоям,
Ҡайтырыңды тоям!..
Ялтлап торһон иҙән,
Ашҡа ҡорот иҙәм,
Тик һорама, зинһар,
Бойоҡтоң, тип, ниҙән?
Китереңде һиҙәм...
Ғөмүмән, Зөлфиәнең ижад даръяһы киң ҡоласлы: ярҙарына һыймай тулҡынлан саҡтары ла, зәңгәр ҡарашын сикһеҙлеккә текләп, тын ҡалған мәлдәре лә бар. Иң мөһиме – уның моң “һыуы” йән сарсауын баҫа.
Салауат ӘБҮЗӘР.
Читайте нас: