Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең ҡәнәғәт булыуын йәшермәй, сәхифәһендә бына нимәләр яҙа: “Һәр оҙайлы байрамда ҡотолғоһоҙ бәлә булып янғындар тора ине. Ғинуарҙың тәүге көндәрендә – йөҙҙәрсә янғында тиҫтәләрсә һәләк булыусы, яраланыусы, өйһөҙ ҡалыусы. Беҙ был бәләнән ҡотолоуҙың системаһын төҙөйбөҙ. Иҫкәрткестәр ҡуябыҙ, өй беренсә йөрөйбөҙ, кешеләр менән эшләйбеҙ. Һөҙөмтләр күренеп тора. Янғындар 25 процентҡа кәмене, былтырғы менән сағыштырғанда, һәләк булыусылар 80 процентҡа әҙерәк теркәлде. Эйе, янғындар һәм эскеселек менән көрәш артабан да дауам итәсәк. Сөнки һәр һан артында – яҡташтарыбыҙҙың емерелгән яҙмыштары. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, тағы ла бер тапҡыр яңы йыл менән һеҙҙе!”