“Эх, Байтимер дуҫ!”, “Айғырыңды үтескә бир!..”, “Гүргә инер сер ине…”, “Әбейүшкә@эт түщка ру”... Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәре театрҙарында гөрләп барған был спектаклдәрҙе кемдәр генә белмәйҙер! Уларҙың авторы – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире, күренекле драматург Рәлиф Кинйәбаев. Халҡыбыҙҙҙы ике тиҫтәнән ашыу сәхнә әҫәре менән һөйөндөргән авторҙың бөгөн тыуған көнө.
Хөрмәтле Рәлиф Мөстәҡим улы! Яңы йыл сәғәттәре һуҡан саҡта яҡты донъяға Һеҙҙең тауышығыҙ яңғыраған. Йылдың тәүге мәлендә һәр кешенең күңеленән сыҡҡан ихлас теләктәре солғаған Һеҙҙе. Донъяның – аҡ, күңелдәрҙең паҡ сағында тыуғанһығыҙ.
“Ағиҙел” журналының меңәрләгән уҡыусылары, театр һөйөүселәр исеменән Һеҙҙе ихлас ҡотлап, сәләмәтлек, ижад үрҙәре, ғаилә бәхете, донъя именлеге теләйбеҙ!
Ҡәләмдәшебеҙҙе, остазыбыҙҙы матур ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ, журналдарыбыҙ, милли матбуғат һағында арымай-талмай оҙаҡ йылдар эшләүен теләйбеҙ! Һаулыҡ, оҙон ғүмер, яңы ижади асыштар теләйбеҙ һеҙгә, Рәлиф ағай!