Оператив кәңәшмәлә Башлыҡ: “Мин ҡайһы берәүҙәрҙән ғәфү итеүҙәрен һорар инем. Мин үҙемде артыҡ ҡыҙыу кеше, тип әйтмәҫ инем, ләкин ҡайһы ваҡыт ғәҙелһеҙлек, һәлкәүлек күрһәм, моғайын, бер аҙ ҡыҙып киткәнмендер”, – тине йылмайып.
Башлыҡ бындай аҙымдарынан һуң ике аҙна самаһы үкенеп йөрөй икән. Уның ҡарауы, чиновниктарҙың бындай тәнҡиттән һуң йылдамыраҡ эшләй башлауына иғтибар иткән. Радий Фәрит улы үҙенең был аҙымдарынан һуң башҡарыусыларҙың йылдамыраҡ эшләй башлауын күреп, ҡәнәғәт ҡалған.
Ә башҡа етәкселәр, район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары Радий Хәбировтың өлгөһөн, эш тәжрибәһен ҡабул итәме, йәғни, ғәфү үтенә беләме икән?