Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
31 Декабрь 2019, 14:07

Әгәр сәйәсәт менән шөғөлләнмәһәң, сәйәсәт һинең менән шөғөлләнәсәк. Бер комментарий айҡанлы әллә нисә фекер тыуҙы.

Яңыраҡ бер ҡулланыусыбыҙ, сәйәсәт менән бигерәк мауығаһығыҙ, тигән һүҙҙәр әйтте. Дөрөҫ киҫәтеү, тулыһынса ҡабул итәбеҙ. Ә нимә тураһында яҙайыҡ һуң?

Әгәр хәтерем алдамаһа, сәйәсәт менән шөғөлләнеүгә бәйле ҡанатлы һүҙҙе Бисмарк әйтеп ҡалдырған, шикелле. Уның тағы бер һүҙе, бәлки, киҫәтеүелер, миңә нығыраҡ оҡшай. Рәсәй менән бер ваҡытта ла һуғышмағыҙ һәм һуғышырға әҙерләнмәгеҙ. Барыбер еңеләсәкһегеҙ.
Бисмарктың тағы бер үлемһеҙ һүҙҙәре иҫемдә ҡалған. Иң күбе һунарҙан һуң, һуғыш ваҡытында, һайлау алдынан алдайҙар. Был һүҙҙәргә аңлатма биреп тормайым.
Яңыраҡ бер ҡулланыусыбыҙ, сәйәсәт менән бигерәк мауығаһығыҙ, тигән һүҙҙәр әйтте. Дөрөҫ киҫәтеү, тулыһынса ҡабул итәбеҙ. Ә нимә тураһында яҙайыҡ һуң? “Ағиҙел” журналының уҡыусылары һәм ҡулланыусылары юғары мәҙәниәтле, талапсан, нәзәкәтле, уларға юҡ-бар хәбәр яҙып булмай. Үлтереш, ҡан ҡойош, көсләү, талау, бысаҡлау, бәлки, кемдәр өсөндөр уҡығанда ла, яҙғанда ла оҡшайҙыр. Ләкин был хаҡта беҙҙең яҙғаныбыҙ юҡ.
Эйе, беләбеҙ, күпселектең тормошо еңелдән түгел. Рәсәй, республика етәкселеге лә был хаҡта белә. Беҙ үҙебеҙ ҙә, айырыуса, беҙҙең һымаҡ совет дәүерендә тыуып үҫкәндәр, яңы шарттарға яраҡлаша алмайбыҙ. Ә бит сағыштырып ҡараһаҡ, тормошобоҙ Ельцин дәүерендәге һымаҡ түгел, аҙмы-күпме яҡшырҙы, тотороҡланды, ышаныс һәм өмөт барлыҡҡа килде. Иғтибарлап ҡарайыҡ әле, Европа илдәрендә беҙҙең атай-олатайҙарыбыҙ тарафынан яуланған Бөйөк Еңеүҙе юҡ итергә, тартып алырға, тарихты яңынан яҙырға теләүселәр бар. Илебеҙ бөйөклөгөн раҫлаусы төп ҡаҙанышыбыҙ һәм беҙ һаҡларға тейеш мираҫ.
Иғтибар иткәнһегеҙҙер, Рәсәй етәкселеге, атап әйткәндә, Рәсәй Президенты Владимир Путин беҙгә мираҫ булып ҡалған Еңеүҙе яҡлап, бар көсөн һәм тырышлығын һала. Әгәр Президент өндәшмәһә, беҙ талап итмәһәк, Еңеүебеҙҙе лә тартып алырҙар.
Бынан тыш, халыҡ фекерен өйрәнеү үҙәктәре мәғлүмәттәре лә бар бит әле. Уларға ярашлы, Владимир Путиндың рейтингы ифрат юғары. Тимәк, уның сәйәсәтен күпселек яҡлай.
Һүҙемде йомғаҡлап, Бисмарктан башлағайным, бөйөк Ҡытай философы Конфуций менән тамамлайым.
...Күләүеккә йығылған кеше төрлө тәьҫораттар кисерә. Берәү унда бысраҡ һәм батҡаҡҡа буяла, ә икенселәр ай һәм йондоҙҙар күрә.
Тормош мәңге былай булмаҫ, әйҙәгеҙ, ҡояш, ай һәм йондоҙҙарҙы күберәк күрәйек!
Яңы йыл менән, хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ! Әйҙәгеҙ, киләсәктә лә бергә булайыҡ!
Читайте нас: