Яңы йыл алдынан артҡа боролоп ҡараным. Аллаға шөкөр, йыл бушҡа үтмәне. Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театры “Бомба”ны “шартлатты”. Режиссер Фирғәт Ғарипов сәхнәләштергән спектакль тамашасылар күңеленә хуш килде. Татарстандың Тинчурин исемендәге татар дәүләт драма театры премьера менән ҡыуандырҙы. Күҙәтеп барам, халыҡ спектаклгә эркелеп йөрөй.
Башҡортостан мосолмандары “Кисенбикә юлы” повесын китап итеп сығарҙы. “Ағиҙел” журналында “Күктән төшкән кеше” повесы баҫылды, был әҫәр өсөн мине журналдың лауреаты иттеләр. Рәхмәт!
Һирәкләп булһа ла шиғырҙар яҙыла.
Киләһе йылға өмөт менән бағам. Алла бирһә, алға ҡуйған маҡсаттарҙы бойомға ашырырға яҙһын.