ВАФАТ БУЛЫУСЫЛАР ҺАНЫ КӘМЕЙ
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Быйыл, мәҫәлән, вафат булыусылар һаны 2500 кешегә кәмегән.
“Төп маҡсат – халҡыбыҙҙың оҙаҡ һәм яҡшыраҡ йәшәүен тәьмин итеү. Бының өсөн беҙ фельдшер-акушер пункттары, поликлиникалар, заманса медицина үҙәктәре төҙөйәсәкбеҙ”, – тине Республика Башлығы Радий Хәбиров.