Республика Башлығы Радий Хәбировтың сәхифәһендә шундай яҙма бар: “Контроль идаралығы иҫәпләгәнсә, 2019 йылда 96 эш сәфәрендә 43 районда булғанмын, 403 объект менән танышҡанмын, 141 тапҡыр кешеләр менән әңгәмәләшкәнмен. БСТ каналы, сәфәр йомғаҡтары буйынса, 103 программа эшләгән. Ҡатмарлыраҡ урындарҙа мин йышыраҡ булғанмын. Мәҫәлән, Сибайҙа – 6, Өфөлә – 29, Стәрлетамаҡ һәм Салауатта икешәр тапҡыр. Мин барып етмәгән райондар халҡынан ғәфү үтенәм. Сөнки мин иҫәп өсөн түгел, проблемаларҙы хәл итер өсөн йөрөйөм. Яңы йыл байрамында бер нисә көн ял итербеҙ һәм алға, райондарға!”
Ысынлап та, Башлыҡтың сәфәрҙәре картаһына күҙ һалһаң, әлегә унлап ҡына район ҡалған. Яңы йылдан һуң Радий Хәбировты Көйөргәҙе, Бишбүләк, Әлшәй, Миәкә, Шаран, Баҡалы,Тәтешле, Балтас, Нуриман, Кушнаренко райондарында һәм Межгорье ҡалаһында көтәләр. Юғарыла һаналған райондар – һәр береһе үҙенсәлекле һәм бер-береһен ҡабатламай. Мәҫәлән, Көйөргәҙегә хәҙер иң һыналған етәкселәрҙең береһе – тәжрибәле Юлай Ильясов етәкселек итә. Ә Бишбүләк районының башлығы Наил Ғатауллин – иң оҙаҡ эшләгән етәксе. Ә Әлшәй районы башлығы Дамир Мостафин Наил Ғабдулла улынан өс йылға ғына ҡалыша. Шаран менән Баҡалы райондары – етештереүҙе йылдан-йыл арттырып барғандар иҫәбенән. Ҡыҫҡаһы, был райондарҙа Республика Башлығына күрһәтерлек тәжрибә лә, алдынғы өлгөләр ҙә бар.