Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
30 Декабрь 2019, 09:45

Һаулыҡ һағында

ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ ТОРОШО БЕҘҘЕҢ ЙӘШӘҮ КИМӘЛЕН БИЛДӘЛӘЙ

ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ ТОРОШО БЕҘҘЕҢ ЙӘШӘҮ КИМӘЛЕН БИЛДӘЛӘЙ
Тырышлыҡ тәүге һөҙөмтәләр бирә
Башҡортостан Республикаһы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыуға федераль ҡаҙнанан бүленгән аҡсаларҙы иң күп тотонған төбәктәрҙең береһе.
Республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән “Һаулыҡ һаҡлау сәғәте”ндә етди бурыстар ҡуйҙы. “Был ябай һүҙҙәр түгел, уға тиҙ арала өлгәшеп тә булмай, шулай ҙа маҡсатҡа ынтылыу өсөн беҙҙең барыһы ла бар”, – тине Радий Хәбиров.
Видеобәйләнеш форматында ойошторолған кәңәшмәлә барлыҡ район башлыҡтары һәм медицина учреждениелары етәкселәре ҡатнашты. Иң тәүҙә Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы халыҡ мөрәжәғәттәре буйынса эшсе төркөм етәксеһе Елена Прочаковская сығыш яһаны. Ул һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҡағылышлы хаттарҙың артыуын, ә социаль селтәрҙәргә килгән мөрәжәғәттәрҙең кәмей барыуын билдәләне, бының сәбәбен хәҙер баш табиптарҙың да үҙ сәхифәләре барлыҡҡа килеүе менән аңлатырға мөмкин.
Килгән мөржәғәттәрҙең эстәлегенә килгәндә, халыҡты күберәк дарыуҙар менән тәьмин итеү, табип хаталары, битарафлыҡ, кадрҙар һәм медицина учреждениелары етешмәү кеүек көнүҙәк мәсьәләләр борсой.
Читайте нас: