Яңы йылды ҡаршылауҙан берәү ҙә тыймай, ләкин зиннәтле өҫтәлдәр, фейерверктар – урынһыҙ. Башҡортостанда тәүге тапҡыр иң юғары кимәлдә чиновниктарҙы һәм байҙарҙы баҫалҡы булырға саҡырыу яңғыраны. Күпселек халыҡ бындай саҡырыуҙы хуплай һәм теләктәшлек күрһәтә.
Байрам көндәрендә спиртлы эсемлектәр һатыу графигын үҙгәртеү ҙә ыңғай һөҙөмтәләр бирер, тип көтөлә. Әлбиттә, байрамдарҙы ҡаршылау шарттарының үҙгәреүе ошо осор күпләп аҡса һуғып ҡалған әртистәргә, уларҙың гастролдәрен ойоштороусыларға оҡшамай.
Шулай ҙа, ни хәл итәһең, өйрәнергә, күнергә тура килә. Бер заман беҙ ҙә, килемдәребеҙ күтәрелеп, мул йәшәй башларбыҙ. Аллаһ бойорһа, тип әйтәйек.