Ниндәй сәйер сифат ул әҙәм балаһында! Боронғо Римдә гладиаторҙарҙың бер-береһен үлтереүҙәрен ҡарарға бөтә ҡала халҡы йыйылған. Ҡыҙыҡ тамаша! Урта быуаттарҙа ла кешеләрҙе ташламаған был ғәҙәт. Джордано Бруноны яндырғанды ҡарап ләззәт алғандар. Ә Кыҙыл майҙанда палачтың Пугачевтың башын сапҡанын күпме асығауыҙҙар күҙәтә.
Үткәнде һөйләйем тағы. Ә хәҙер һуң, хәҙер? Дөрөҫ, үлтереште ҡарар өсөн элеккесә майҙандарға йыйылмайҙар, йылы өйҙә йомшаҡ диванда ултырып, йә ятып, телевизор аша күрһәтелгән ҡан ҡойоштарҙы ҡарап кинәнәләр. Ә беҙ цивилизация, прогресс тип ауыҙ һыуҙарыбыҙҙы ағыҙып һөйләгән булабыҙ тағы.