Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Декабрь 2019, 10:50

Көтөүсе менән эт

Яҙыусы Хәйҙәр Тапаҡовтың "Хәтерҙәге хәтирәләр"енән.

Көтөүсе менән эт
Ауыл һарығын ике-өс йыл тирәһе Андрей исемле пенсия йәшенә етеп барған ир көттө. Уның ҙур, ялбыр йөнлө эте булды. Икәүләп көнө буйы бергәләр: аяҙҙа ла, яуында ла, йәй-ге селләлә лә, көҙгө ыҙғырыҡта ла. Бер көн күрше Ҡырым утарындағы яңғыҙаҡ ҡатынға өйләнергә булды Андрей. Ике рюкзакка һыймалы әйберҙәрен артмаҡлап тегенең янына юлланды. Ни күрәм, аҙна-ун көн үттеме юҡмы, көтөүсе ҡайтып ҡабаттан күнегелгән шө-ғөлөнә тотондо.
Кисҡырын уны урамда тап иттем:
– Нимә Андрей Сергеевич, Ҡырым утары оҡшаманымы, әллә һайлағаның күңелеңә ятып бөтмәнеме?
– Барыһы ла һәйбәт ине. Ҡатын да, барған урыным да…
– Һуң улай булғас эш нимәлә?
– Теге ҡатын мине Тарзанһыҙ ғына ҡабул итергә риза... – Эргәһендә тоғро күҙҙәре менән төбәлеп ҡарап торған этенең башынан һыйпаны. – Мине яратҡас этемә ҡушып яр-атһын, икебеҙҙе лә тарһынмай ҡабул итһен! Мин шулайыраҡ уйлайым.
Ҡарт көтөүсе менән эт бер-береһенә һыйынып ҡына һарыҡ-кәзәләрҙең артынан атланы...
Читайте нас: