Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Декабрь 2019, 10:30

Бисара

Уйынлы-ысынлы...

Салауат ӘБҮЗӘР
БИСАРА
Тегендә бер сара үтә,
Бында үтә бер сара...
Кем саранан ҡайтып килә,
Кемдер сараға бара...

Берәүгә етмеш тулған, ти,
Утыҙ, ти, берәүһенә...
Берәү сәхнәнән төшөүгә,
Сәхнәгә берәү менә...

Юғарынан килә әмер:
“Шул көндә шундай сара!..”
Елкәңә ятҡан бурысты
Бар, һин үтәмәй ҡара!..

Тотош ил – сара майҙаны, –
Йәшәй алмай сараһыҙ.
Беҙ, ахыры, БИСАРАға
Әүерелеп барабыҙ...
Читайте нас: