Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Декабрь 2019, 12:20

Ни тиҙәр?

Марат Кәримовтан шиғри күстәнәс

Марат КӘРИМОВ
НИ ТИҘӘР...
Хаҡлыҡ та хаҡлыҡ, тиҙәр.
Яман ауыҙынан сыҡһа,
Ул була һатлыҡ, тиҙәр
Түрә лә түрә, тиҙәр.
Түрә тик үҙен уйлаһа,
Халыҡ ек күрә, тиҙәр.
Намыҫ та намыҫ, тиҙәр.
Шул һүҙҙәрҙе ҡыскырыусы
Намыҫтан алыҫ, тиҙәр.
Алтын да алтын, тиҙәр.
Алтын тиеп йәшәүселәр
Онотор халҡын, тиҙәр.
Хәмер ҙә хәмер, тиҙәр.
Хәмер шешәһе төбөнән
Күренә ҡәбер, тиҙәр.
Ҡала ла кала, тиҙәр.
Һин дә китһәң, ауылыңдан
Ни генә ҡала, тиҙәр.
Аҡса ла аҡса, тиҙәр.
Үҙең эшләп тапҡан булһаң,
Тормошоң – баҡса, тиҙәр.
Иман да иман, тиҙәр.
Иманыңды онота күрмә,
Булырһың Иван, тиҙәр...
Читайте нас: