Иртәнсәк телевизорҙы тоҡандырҙым. Башҡа һеңеп бөткән көндәге яңылыҡтар: һуғыш, ыҙғыш-талаш, янғын, уғрылыҡ… 100 миллиондан ашыу аҡса үҙләштергән бер түрәне ша-ртлы срокҡа хөкөм итеп 200 мең һум штраф һалғандар икән. Бөтөрөнһөн, ярлыға терәлһен, шул кәрәк уға, икенселәй нәфсеһен тыйып өйрәнер. Урамға сыҡтым. Аҙым һайын тиҙ аҡса тәҡдим иткән рекламалар, ал да рәхәтлән, балда-майҙа йөҙ әйҙә. Былар үҙенә күрә бер ҡатлы асығауыҙҙар өсөн тоҙаҡ, боғалаҡ. Гәзит-журнал киоскылары, китап кибеттәре күренмәһә лә уңда ла һулда ла спиртлы эсемлектәр һатҡан эреле-ваҡлы һатыу нөктәләре теҙелеп киткән, тротуар ҡырында бер ир иҫереп аунай. Екһендергес күренеш. Эшкә килеү менән телефон шылтыраны:
– Ағай, мин кисә килә алманым, ғәфү итегеҙ. Хәҙер йыйынам, һеҙгә ҡасан ҡулай
Таныным. Ул ҡыҙ шиғырҙар, хикәйәләр яҙыштыра. Шуларҙы хат аша миңә ебәргәйне, һөйләшергә, кәңәшләшеп алырға теләйҙер.
– Рәхим итә күр, ике-өс көн тирәһендә бер ҡайҙа ла йыйынмайым.
Иртәгеһен сибек кәүҙәле ҡыҙый кабинетыма баҙнатһыҙ ғына килеп инде лә ишек төбөндәге ултырғыстан урын алды. Күренеп тора, баҫалҡы бала.
Әңгәмәнең аҙағында һүҙ араһында ҡыҙыҡһына ҡуйҙым:
– Ни сәбәптән кисәге осрашыуҙы кисектерҙегеҙ? Икенселәй улай итмәгеҙ, йәме,
– Шулайыраҡ килеп сыҡты шул…
– Шулайыраҡ?! Моғайын да таңға саҡлы клубта бейегәнһең дә йоҡлап ҡалғанһыңдыр әле?
Өҙмәй ҙә ҡуймай үҙемдекен тыҡыйым.
– Юҡ шул… Дөрөҫөн әйтәм, автобусҡа ете һум аҡсам етмәне…
– Хаяһыҙ төпсөнөүемде кисер, һылыуым. Моғайын да кире ҡайтырға ла аҡсаң
юҡтыр… – Кеҫәмә тығылдым.
– Кәрәкмәй, рәхмәт, бөгөн оләсәйем пенсия алды. Почтальонка сәғәт унда килтерергә тейеш ине, бер сәғәткә һуңланы. Шуға тотҡарландым…
Эскелектән миңрәүләнгән йәмғиәттә, уғрылыҡтан күҙҙәре тоноп зиһене буталған иманһыҙҙар, фәҡирлектең сигенә еткән хәлдә лә намыҫтары саф һәм пактар илендә йәшәйбеҙ, элек тә шулай булған, хәҙер ҙә…
Ҡолағымда Михаил Лермонтовтың шиғыр юлдары яңғырап китте:
Страна рабов, страна господ.
И ты, им преданный народ…
Тағы ла йөҙ йылдан беҙҙә нимә лә булһа үҙгәрер микән? Ышаныс самалы. Карамзинмы, Салтыков-Щедринмы, әллә Зощенкомы, шул өсәүҙең берәүһе әйтеп ҡалдырған бит әле:
“Если я усну и проснусь через сто лет и меня спросят, что сейчас происходит в России, я отвечу – пьют и воруют!”