Ҡала баҡсаһындағы эскәмйәлә йыш күрәм уны. Пенсия йәшендәге олпат ҡына ир. Ҡулында гелән кирбестәй ҡалын китап. Бер көн янында туҡталырға булдым. Шуға иғтибар иттем, ир Алексей Толстойҙың “Петр Беренсе” романын уҡый ине. Таныштыҡ, бер аҙ гәпләшеп тә алдыҡ. Һүҙҙән һүҙ сығып китеп, былай тине:
– Бөгөнгө яҙыусыларҙың еңел-елпе әҫәрҙәрен бөтөнләй уҡымайым. Улар гонорар артынан ҡыуып, ашыҡ-бошоҡ, бер тапҡыр ҡулланыу өсөн генә яҙылғандар төҫлө, ә бына рус, совет классик әҙәбиәте оҙаҡҡа иҫәп тотоп, сифатлы ижад ителгән. Уларҙы уҡыған саҡта хатта сәғәт телдәре туҡталып ҡала төҫлө. Бына ошолайтып, ҡайһылыр кимәлдә ваҡыт ағышын аҡрынайтып яҙмышыма бүленгән йылдарымды оҙайтам. – Ян-тирәбеҙҙә ҡайҙалыр ашығып йүгермәләгән кешеләргә эйәге менән ымланы. – Ә быларҙың ғүмерҙәрен оҙайтырға самалары ла, теләктәре лә юҡ һымаҡ, сөнки улар өлгөрмәҫтәйҙе ҡыуып етергә маташып, заман ығы-зығыһында аҙашып, күркәм шөгөл – китап уҡыуҙан биҙгәндәр!