Илленсе йылдарҙа булған хәл был. Пединститут студенты, фамилияһы Даянов ине буғай, яратҡан ҡыҙын “Уфа” ресторанына алып кергән. Студенттың аҡсаһы буламы ни, менюҙан иң арзанлы ашамлык һайлап алған – ул окрошка икән. Был окрошканы ҡабып ҡараған да тауыш күтәргән:
– Окрошкағыҙ һап-һалҡын! Немедленно ҡайнарлатып килтерегеҙ! Юғиһә ялыу кенәгәгеҙгә яҙам!
Официантка иһә уның талабын был клиент урынһыҙ шаяра тип ҡабул иткән.
Шаярыу түгел инде был. Беҙҙең фәҡирлек менән тереклек итеүебеҙҙең бер сағылышы. Ҡараңғы ауылдан ҡалаға килгән малай донъяла окрошка тигән ашамлыҡ барын ҡайҙан белһен. Ул ҡара алабута икмәге, балтырған, ҡаҡы ,ҡуян тубығы, әтлек кеүек үләндәр ашап үҫкән. Мин үҙем, мәҫәлән, колбасаны беренсе тапҡыр ун йәштәр тирәһендә татып ҡараным. Әлтәф исемле күрше малайҙың ағаһы ҡаланан алып ҡайтҡан да ул шул колбасаны малайҙарға тешләтеп сыҡты. Шул колбасаның тәме әле лә тел осонда кеүек. Хәҙерге ҡырҡ төрлө колбасаларға биргеһеҙ.