Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Декабрь 2019, 11:55

Факиһа Туғыҙбаева

Ә мин һинән шундай бер һүҙ көттөм...

Факиһа ТУҒЫҘБАЕВА
МИН ЙӘШЕНДЕ АЛДЫМ ҠӘЛӘМ ИТЕП
Ә мин һинән шундай бер һүҙ көттөм...
Ә мин һинән шундай бер һүҙ көттөм,
Әжәлдәргә дарыу көткән кеүек:
Шул һүҙ кәрәк миңә – төндәремдә
Барлыҡ йондоҙ янып бөткән кеүек.
Шул һүҙ кәрәк миңә – көндәремдә
Яҡты ҡояш инде һүнгән кеүек,
Шул һүҙеңдән башҡа бөтә һүҙҙәр
Яралаған, минән көлгән кеүек.
Ә мин һинән шундай бер һүҙ көттөм:
Күк ҡабағын көн дә астырырылыҡ,
Хыялыйҙар булып һағынғанда –
Алдарыма һине баҫтырырылыҡ.
Ә мин һинән шундай бер һүҙ көттөм:
Ташлап китһәң алыҫ тарафтарға,
Ай-йондоҙоң көлгә ҡалыр ине –
Түҙмәйенсә минең ҡараштарға.
Ә мин һинән шундай бер һүҙ көттөм:
Түктеререлек һағыш-аһтарыңды.
Аһтарыңдан һаҡлап,
Шул һүҙ өсөн
Хатта бирер инем баштарымды.
Ә мин һинән шундай бер һүҙ көттөм,
Ғәфү иттеререлек яңылыштарыҙы,
Ҡотҡарырылыҡ һыуға батып барған
Карап кеүек беҙҙең яҙмыштарҙы.
Ә мин һинән шундай бер һүҙ көттөм...
Читайте нас: