Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Декабрь 2019, 10:50

Бөйөк башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың 125 йыллығы тантаналы билдәләнеләсәк. Республика Башлығы ошо хаҡта Указға ҡул ҡуйҙы.

2020 йыл Башҡортостанда Шәйехзада Бабич шиғриәте йондоҙлоғо аҫтында үтәсәк. Республика Башлығы Радий Хәбиров дәүләт эшмәкәре һәм шағир Шәйехзада Бабичтың 125 йыллығын билдәләү хаҡында Указ ҡабул итте.

Шағир хөрмәтенә иҫтәлекле датаны билдәләү буйынса ентекле программа төҙөләсәк, ойоштороу комитеты эшләйәсәк, китаптары нәшер ителәсәк, фәнни конференциялар үткәреләсәк. Сараларҙы үткәреү өсөн финанслау мәсьәләһе хәл ителгән.