Хоҡуҡ белгестәре властарҙың был аҙымын закон күҙлегенән ентекләп тикшергәндер һәм шунан һуң ғына етди ҡарар ҡабул иткәндер, тип уйларға нигеҙ бар. Республика Башлығы Радий Хәбиров, үҙе билдәле юрист, был хаҡта бына нимә ти: “Дошман, мин был һүҙҙән ҡурҡмайым, хәйләкәр һәм мәкерле саҡта ошондай аҙым яһарға тура килә. Бөгөн суррогат спиртлы эсемлектәр ҡулланыуҙан кешеләр һәләк булғанда беҙ элмәкте нығыраҡ тартабыҙ. Ялған араҡы етештереүселәр хаҡында хәбәр итеүселәргә 50-шәр мең һум түләй башлайбыҙ”.