Беренсе класҡа уҡырға барғандың икенсе көнөндә беҙҙең класҡа йәнә лә бер уҡыусы өҫтәлде. Ул ике-өс өйҙән ойошҡан Ҡәрйән утарынан килгән кейәүгә бирмәле ҡыҙ ине. Исеме Сәрбиямал. Бығаса уны ни сәбәптән уҡытмағандарҙыр, хәйер, уныһын кем генә белһен. Шул еткән ҡыҙҙы беҙҙең күрше Сәғилә инәйҙәргә фатирға төшкәнгәмелер, мине йәнәшәләтеп, ҡушарлатып ултыртып ҡуйҙылар. Шуныһы хәтерҙә ҡалған, еүеш танауыма әле еҫ ҡуна башламаһа ла, беренсе көндән үк, Сәрбиямалдан балаларҙа булмаған ниндәйҙер ят, әммә иҫерткес еҫ килеүен абайланым. Гөнаһ ҡылған, уғрылыҡ өҫтөндә тотолған бурҙай, бурҙаттай ҡыҙарып, башымды баҫып тик ултырам, урлап ҡына ят еҫ еҫкәп маташыуымды бөтә класс белә, һиҙә һымаҡ. Зиһен, отҡорлоҡ йәһәтенән беҙҙән бер ни яғы менән ары китмәһә лә Сәрбиямал дәрескә килгәндә ирендәренә, ҡаштарына һиҙелер-һиҙелмәҫ төҫлө ҡәләмдәр тигеҙә, биттәренә кершән яға, тик уҡытыусыбыҙ Хәнифә апай уның биҙәнеү-төҙәнеүен һиҙмәмеш тә күрмәмеш. Шул Сәрбиямал беҙҙә ярты йыл үткәнсе уҡыны ла, һабаҡ алыуын ҡырҡа ташлап юҡҡа сыҡты. Сәғилә инәйҙең белеп һөйләүенә ҡарағанда уны ҙур урынға, 10-15 хужалыҡтан торған Бирмәҫ Тамағы ауылына, уҡыған, йәғни дүрт класс бөтөрөп төплө белем алған егеткә кейәүгә биргәндәр, йәнәһе лә. Кәләш тә хәреф таный, кейәү-бала ла моғайын ҡара хисапҡа шәптер, бер һүҙ менән әйткәндә, силәгенә күрә ҡапҡасы. Сәрбиямалды тиктомалға хәтергә төшөрөүем шунан килә, ул дәрес әҙерләү маҡсатында бик йыш ҡына беҙгә ингеләп-сыҡҡылап йөрөнө. Һуң шулай булмай тағы, Сәғилә инәйҙең өй ишегенең ауыҙы беҙҙең соланға терәлгән тиерлек, үҙ бүлмәңдән йәнәшенә күскәндәй аҙымларлыҡ ҡына ара. Сәрбиямал бер килеп күренгәнендә әсәйем ҡаҙ итен сүгендән һоҫоп мәшәҡәтләнә ине, инеүсене абайлағас ихлас әйҙүкләне:
- Һөйләмәй генә йөрөйһөң, ҡыҙым, әйҙә үт, урындыҡтың түренә, аш ашап алырбыҙ!
Сәрбиямал ҡымшанманы ла, урынында бер аҙ тапанғас яуабын ҡайтарҙы:
- Мин ҡойҡаға өйрәнгәнмен!
- Һәр аҙыҡтың үҙ урыны, ҡойҡа янына ит тә килешле генә барып ята ул!
Ауыл балаһы булараҡ ябай ризыҡ ашап үҫтек, ҡыр үҫемлектәре менән туҡландыҡ. Беҙҙең өсөн шул ризыҡтар иң татлыһы, иң тәмлеһе, иң үтемлеһе. Калининград ҡалаһында ҙур ресторандарҙың береһендә оло табын артында ултырырға тура килде. Ҡатын-ҡыҙҙар кейенеү йәһәтенән саманан аштырғандар: йомро түштәрҙе тотошлай тиерлек күрһәткән асыҡ иҙеү, тулы, тығыҙ бот төптәрен һаран ҡаплаған ҡыҫҡа итәк. Шул мәлдә башыма иң беренсе килгән уй шул булды: “Һылыубикә апайҙың ҡунаҡҡа кейгән шау сәскәле, мул итәкле күлдәге барыбер матурыраҡ! ” Ә табын затлы ризыҡтарҙан һығылып тора, күгәрсен һөтөнән башҡаһы ҡуйылған. Хәйер, уныһын да тапҡандар, “Птичье молоко” тигән, ул саҡта үтә дефицит иҫәпләнгән кәнфит тә бар. Мәжлес мәлендә экзотик емештәрҙе бар тип тә белмәй үлтереп өй ҡаймағына әү-әләнгән талҡан ашағым килде нишләптер, шул хыялый теләктән ауыҙымда ҡара һыу эркелде хатта, ыңғайы бер Сәрбиямалдың тауышын ишеткәндәй булдым: “Юҡ, мин ит ашамайым, ҡойҡаға өйрәнгәнмен!”