Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Декабрь 2019, 11:35

Ғәли Ибраһимов Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы түгел ине. Ләкин “Кинйә”нең авторы бындай юғары исемгә лайыҡ ине.

Был хаҡта һеҙ, бәлки, ишетмәй ҙә ҡалғанһығыҙҙыр, “Кинйә” романы авторының 100 йыллығын билдәләнеләр. Ғәли ағай ифрат баҫалҡы, исем өсөн түгел, әҙәбиәт өсөн бар ғүмерен арнаған әҙип ине. Шуға күрә ул халыҡ яҙыусыһы булып ҡалды. “Кинйә” романын әле лә яратып уҡыйҙар.

Бәлки Ғәли Ибраһимов һәм уның заманында лайыҡлы баһа ала алмаған ҡәләмдәштәре – Һәҙиә Дәүләтшина, Яныбай Хамматов, Муса Ғәли, Рәшит Солтангәрәев, Роберт Байымов һәм башҡалар өсөн генә “Башҡорт халыҡ яҙыусыһы” исемен булдырырға кәрәктер. Мәҫәлән, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ҡарары менән.
Ә былай Ғәли Ғизетдин улын хәтергә төшөрөрлөк сәбәп бар. Өфө ҡалаһының 2-се һанлы башҡорт лицейына Ғәли Ибраһимов исеме бирелгән. Ошонда уҡыусылар һүҙ оҫтаһының ижады, тормош юлы менән таныша ала.
Читайте нас: