Ҡатын-ҡыҙҙарға түләү өсөн пенсия дефициты вафат булған ирҙәре иҫәбенән алып түләнәсәк, һөҙөмтәлә, улар үҙҙәренең тотонолмаған аҡсаһы иҫәбенә ҡатындарын ҡарауҙы дауам итәсәк, ти эксперттар.
Хәҙер иҫәпләп ҡарайыҡ. Ирҙәр пенсияға сыҡҡандан һуң уртаса 7,5 йыл, ә ҡатын-ҡыҙ –22,6 йыл йәшәй. Хәҙер 22,6 йылдан 7,5 йылды алып ташлайбыҙ һәм айҙарҙы һанап, һәр ай түләнгән пенсияға ҡабатлайбыҙ. Һананығыҙмы, байтаҡ ҡына сыға бит.
Бер үк аҡса артынан урындағы Пенсия фондына йүгерергә ашыҡмағыҙ. Унда ултырған түрәләрҙә һеҙҙең ҡайғығыҙ юҡ, әрләнеп ҡуйыуығыҙ ҙа бар. Алда әйтеүебеҙсә, былар әлегә эксперттарҙың фекере. Тимәк, закон түгел.
Ә инде ысынбарлыҡҡа килгәндә, һандар күпкә ҡәтғиерәк. Пенсия фонды киләһе йылға түләүҙәрҙе 3 процентҡа, инфляция кимәленә, арттырырға вәғәҙә итә. Беҙгә әлегә шул проценттарҙы ғына мөрхәтһенергә тура килер.